0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
29 Июнь 2021, 09:47

Киря Баев

Совет власы өсөн ғүмерен биргән был йәш партизан-разведчиктың исеме Алтайҙа һәр кемгә билдәле.

Киря Баев 1903 йылда Поперечный ауылында тыуа. Уның атаһы Колчак офицерҙары һәм башҡа дәрәжәле кешеләр өсөн ҡунаҡхана тотҡан. Шунда ишеткән мәғлүмәттәрҙе подпольела эшләүселәргә, иң беренсе йәһәттә, етәкселәре Игнатий Громовҡа еткерә. Улар менән бәйләнеш тотор өсөн һәр ваҡыт ун биш йәшлек Киряны ебәрә. Зирәк, ҡыйыу малай, өйҙәге барлыҡ ғаилә ағзалары кеүек, аҡ гвардеецтарҙы ныҡ күрә алмай.

1918 йылдың көҙөндә Корнилов ауылы халҡы аҡтар армия­һына ҡаршылыҡ күрһәтә. Воронов етәкселегендә язалау отряды баш бирмәҫ крәҫтиәндәрҙе ыҙалата. Ете кеше үлтерелә, 200-ҙән артығы туҡмала.

Был ваҡытта Игнатий Громов отрядында 23 кенә кеше була. Шулай ҙа палачтарҙы уҡытып алырға уйлайҙар. Разведкаға хәйерсе ҡиәфәтендә Киря Баев ебәрелә. Уның ярҙамында операция уңышлы тамамлана.

1919 йылдың яҙынан Алтайҙа партизан хәрәкәте киң йәйелдерелә. Громов отряды ла үҫә. Ул Ефим Мамонтов, Барнаул һәм Каменскиҙа йәшерен ойошмалар менән бәйләнеш булдыра. Бергәләп Колчак контрразведкаһы ныҡ һаҡлаған Каменск дауаханаһынан Питер эшсе-коммунары Сергей Светлов-Топтыгинды ҡотҡаралар.

Батыр малай Игнатий Громовтың һәм башҡа партизандарҙың яратҡан кешеһенә әүерелә. Ул ғүмере өсөн хәүефле заданиеларҙы ла үтәргә ҡурҡмай, хатта үҙе һорап ала. Язалаусылар ҡулынан атаһы һәләк булғас, уның дошмандарынан үс алыу теләге тағы ла арта төшә.

1919 йылдың август төндәренең береһендә Игнатий Владимирович Киряны патрон һәм граната һаҡланған Поперечный ауылындағы бер крәҫтиәнгә ебәрә. Кире әйләнеп ҡайтҡанда аҡтар уның артынан ҡыуа төшә. Аяғы йәрәхәтләнеп, баҫыу­ҙа ҡа­ҙылған ер өйөнә саҡ йәшеренеп өлгөрә һәм эҙәрләүселәргә ҡаршы торорға була. Тегеләр партизан разведчигын тере көйөнсә алырға теләй. Киря һуңғы патроны ҡалғас, ер аҫты өйөнән сыға ла: «Эй, һеҙ. Юҡҡа тырыштығыҙ. Һеҙ минән бер нәмә лә белә алмаҫһығыҙ», – тип ҡыс­ҡыра. Шунан револьверын ала ла маңлайына терәй. Атыу тауышы яңғырай. Дошмандар йүгереп килеп еткәндә Киря үлгән була инде. Бер ҡулында – револьвер, икенсеһендә «Тереләй көйөнсә ҡәбәхәттәргә бирелмәм» тигән яҙыу табыла.

Герой-пионер һәләк булған ер аҫты өйө бүрәнәләр менән яңынан тергеҙелгән. Унан 10 метр алыҫлыҡта һәйкәл дә ҡуйылған. Мемориаль таҡта­һында: «Бында йәш партизан Киря Баев 1919 йылдың авгусында һәләк булды», – тип яҙыл­ған.

Йәш батырҙың ҡәберлегендә бюсы урынлаштырылған. Унда: «Киря Баев – йәш батыр, Громов партизандар отрядының ҡыйыу разведчигы», – тигән яҙыу тора. Барнаул ҡалаһында уҡыу­сылар йыйған аҡсаға Киря Баев­ҡа һәйкәл ҡуйылған. Уның исемендәге урам да бар, Каменскиҙағы ҡала пионерҙар йорто ла Киря Баев исемен йөрөтә.

Г. РАМАҘАНОВА әҙерләне.
Читайте нас: