-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫеңдә тот!
3 Апрель 2019, 15:46

Ҡыҙҙарға ҡағылмағыҙ!

Ҡайһы берҙә уҡыусы йәшендәге ҡыҙыңды мәктәпкә ебәреү ҙә хәүефле икән. Хәйер, бындай йәмһеҙ күренештәр элек тә булған булыуын.

Әле бына Кушнаренко районында бер ир уҡытыусының (хәҙер ул эшенән ебәрелгән инде) ҡыҙ баланы, йәнәһе лә, еңеүе менән ҡотлап, уҡыу бүлмәһендә күтәреп үк алыуы тураһындағы хәбәр күптәрҙе аптыратты. Интернетта был күренештең видеоһы ла бар. Нимә-нимә, ҡотлайым, тигән булып, ҡыҙға ҡағылыу, улай ғына ла түгел, күтәреп алыу бөтөнләй башҡа һыймай. Ҡулын ҡыҫ, арҡаһынан ҡағып яратып ҡуй – уныһы ла артыҡтыр әле. Был хәлде әле хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә.
Ҡыҙҙар, ошондай бәйләнеүҙәр һеҙҙе лә аптыратҡаны юҡмы? Бындай осраҡтар тураһында өлкәндәргә әйтергә тартынмағыҙ. Үҙегеҙгә оятһыҙ рәүештә ҡағылырға юл ҡуймағыҙ. Борсолоулы уйҙарығыҙ булһа, Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефоны ла һеҙҙең ҡарамаҡта: 8-800-2000-122. Шылтыратыу

бушлай һәм аноним.
Читайте нас: