+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫеңдә тот!
22 Апрель 2022, 16:45

Янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсия

Ер йөҙөндә бик күп төрлө һөнәрҙәр бар. Уларҙың һәр  береһе кәрәкле һанала. Шундай һөнәрҙәрҙең береһе – янғын һүндереүселәр. Бөгөн Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының II “А” синыфы уҡыусылары райондағы 74 -се янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсияға барғандар.

Янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсия
Янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсия

Балалар янғын һүндереү машиналарын, янғын һүндергәндә кәрәкле әйберҙәр һәм янғын һүндереүселәрҙең кейемдәрен ҡарағандар. Хатта ҡыҙыҡһынып, кейеп тә ҡарағандар әле. Уҡыусылар уттан,янғын сығыуҙан һаҡ булырға кәрәклеген дә белеп ҡайтҡан. Был фәһемле экскурсия балаларға бик оҡшаған.

 

Фото: Зөлфиә Баталова.

Янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсия
Янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсия
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: