-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫеңдә тот!
14 Февраль 2023, 13:00

Һуғыш балалары – Еңеү балалары

Сибайҙағы “Ирәндек” лицей уҡыусыларында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү буйынса бик күп эш алып барыла.

Һуғыш балалары – Енеү балалары
Һуғыш балалары – Енеү балалары

Күптән түгел лицейыбыҙҙа “Һуғыш балалары – Еңеү балалары” исемле ҡала күләмендә ҙур сара булып үтте. Был осрашыуға һуғыш осоронда быуындары ла нығынып өлгөрмәгән балаларҙың ауыр тормошта тырышып эшләүселәре, йәғни бөгөнгө оло йәштәгеләр килгәйне.

Лицейыбыҙҙың директоры Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы Игликова сараны асып:

 – Бөгөнгө мөһим сараны ҡаланың хөрмәтле ҡунаҡтары, ветерандар советы рәйесе, отставкалағы подполковник Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов, “Һуғыш балалары” ойошмаһының рәйесе, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова биҙәй.

Бөгөнгө һуғыш балалары – илебеҙҙең ғорурлығы, тарихы, нигеҙ һалыусылары. Килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең хәтирәләре  менән бүлеште. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтары, күп ваҡытта, ярым ас булыуҙары тураһында әсенеп һөйләнеләр. Балалар тып-тын тыңлап ултырҙы.

Ҡунаҡтарға “Алға“ Сибай ҡалаһы ойошмаһының етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Андреевич Назаровтың вәкиле Динара Булат ҡыҙы Шакирова бүләктәр тапшырҙы.

“Ирәндек” лицейы директор урынбаҫары Ләйсән Фәрит ҡыҙы Ниязғолованың уҡыусылар менән әҙерләгән музыкаль композицияһы ҡунаҡтарға ныҡ оҡшаны. Данлыҡлы “Катюша” йырын зал менән бергә солист Олег Анатольевич Сударёв башҡарҙы. Шулай итеп, бик йылы һәм иҫтәлекле осрашыу булды.

 – Һәр тандың тыныс атыуына шатланып уянабыҙ. Сәмләнеп тормош көтәбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Шулай булғас, Бөйөк Ватан һуғышында ғүмерҙәрен биргән олатайҙарыбыҙҙы бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Тағы ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан, ҙур ярҙам иткән һуғыш балалары тураһында ла белергә тейешбеҙ, – тип һүҙен тамамланы лицей директоры.

 

Илһөйәр Байраҡаева, “Ирәндек “лицейының тарих уҡытыусыһы.

Сибай ҡалаһы.

Һуғыш балалары – Енеү балалары
Һуғыш балалары – Енеү балалары
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: