2. Бурыстарыңды ваҡытында ҡайтар;
3. Үҙеңдең бәләләреңдә тирә-йүндәгеләрҙе ғәйепләмә;
4. Хаталарыңды таный бел;
5. Кейелмәгән кейемдәреңде мохтаждарға өләшеп бир;
6. Яҡшы эш ҡылыуың менән маҡтанма;
7. Күп эшлә, аҙ һөйлә;
8. Көн дә 30 минутлыҡ ял итеп, атлап йөрөп кил;
9. Өҫтөнлөккә түгел, ә камиллыҡҡа ынтыл;
10. Бараһы ереңә ваҡытында, теүәл йөрө;
11. Бәхәс килеп тыуһа, тыныс бул;
12. Үҙеңә рәхимһеҙ булғандарға ла рәхимле, яҡшы уйҙа, яҡшы күңелле булып ҡал;
13. Яңғыҙ ҡалып, уйҙарыңды тәртипкә килтереп ал;
14. Яҡшы ғәҙәттәрең менән башҡаларға өлгө бул;
15. Тормош, йәшәйештең ғәҙел булмауы менән килеш;
16. Төймәнән дөйә яһама;
17. Тыйнаҡ бул;
18. Ауыҙыңды үлсәп ас;
19. Бер кемде лә тәнҡитләмә;
20. Үткәндән өйрәнеп, киләсәкте планлаштырып, бөгөнгө көн менән йәшә.
Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.
Фото: З. Хәкимова.