-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫеңдә тот!
24 Октябрь 2023, 12:09

"Һөттө япмай ултыртма"

Журналист Рәйлә Күсемханованың "Ҡош Теле" төркөмөнән алынған был кәңәштәрҙең һеҙҙең өсөн дә файҙаһы ҙур булыр, дуҫтар.

"Һөттө япмай ултыртма"
"Һөттө япмай ултыртма"

ӨЛӘСӘЙ МӘКТӘБЕ

- Икмәкте, ризыҡты йөҙө менән һал;
- Кәстрүл, табаҡтарҙы түңкәреп ҡуй;
- Өҫтәлең һөртөлгән, сепрәк-таҫтамалдарың һәр саҡ таҙа булһын;
- Урыныңды йоҡонан тороу менән йыйыштыр;
- Керҙе оҙаҡ киптермә;
- Өйгә тупһаны ашатлап ин;
- Ишекте ҡаты япма;
- Һөттө япмай ултыртма;
- Икмәкте ике бармағың менән генә тотоп ашама;
- Валсығын иҙәнгә төшөрмә;
- Ҡояш байығас, һыуға барма;
- Буш күнәктәр менән кеше алдынан үтмә;
- Сәйҙе шаптырлатып яһама;
- Самауырҙы ҡаҡмай тотма;
- Иртән уянып, йыуынмайынса аш-һыуға барма;
- Һыуҙы сүместе тиҫкәре һоҫоп алма;
- Ир кешенең юлын ҡыйма;
- Кешегә әйберҙе уң ҡулың менән бир;
- Яңағыңа таянма;
- Үҙәгеңде тартма;
- Йома ваҡытында эш эшләмә;
- Мунсаны яҡтыла төш, эңергә ҡалма;
- Көндөҙ тәҙрә пәрҙәһен ябып ҡуйма;
- Һыуҙы күп ағыҙып, самаһыҙ тотонма;
- Ултырғанда аяғыңды бушҡа болғап, шайтан саҡырма;
- Ҡыйлыҡты урап үт;
Һ. б. һ. б.

Барыһы ла - зәзәйем тәрбиәһе, уның нотоҡ-нәсихәттәре. Тома һуҡыр булһа ла, ныҡ эшлекле, белекле булды үҙе. Күпереп бешкән икмәктәренә күҙе күргән кешенең күҙе ҡыҙырлыҡ ине...

Мин бала килеш һөртөп сыҡҡан иҙәнде таҙа итеп йыу, тип икенсегә ҡабат йыуҙыртыр, иҙән һепергәндә нишләп ҡанатыңдың иҙәнгә тейгәне лә ишетелмәй, тип тыңлап ултырыр ине.

Һәм гел генә : "Өләсәһе менән үҫкән, ә ҡыҙын эшкә лә өйрәтмәгән, тиер ҡәйнәң булған кеше. Ул саҡта һиңә түгел, миңә оят булыр," тип ҡабатлар ине. Мин үткән "Өләсәй мәктәбе" шулай булды. Зәзәйем Мәрзиә Әхмәт ҡыҙы Ярҡынбаева, ысынлап та, дан өләсәй булды.

vk.com/koshtele төркөмөнән.

Фото: emilia-spanish.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: