4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Ул шәмбегә тура килә һәм алдағы дүшәмбегә күсерелә.
Каникул ваҡытында өйҙә лә, урамда да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ, дуҫтар. Бәлә аяҡ аҫтында, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Һаҡланғанды Алла һаҡлар, тиҙәр. Бәләкәс балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Газ плитәһе, ҡайнар сәйнүк, розетка һәм башҡалар менән һаҡ булығыҙ. Юл ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәргә кәрәк. Йылға-күлдәр ҡалын боҙ менән ҡапланмаған әле, яҡын бармағыҙ.
Каникулығыҙ күңелле, файҙалы, хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен. Икенсе сиреккә көс-дәрт йыйып килегеҙ!
Фото: yandex.