-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫеңдә тот!
24 Декабрь 2023, 09:10

Мәрйәм Бураҡаева милли биҙәүестәр тураһында һорауға яуап биргән

"Һуңғы ваҡытта милли биҙәүестәр йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙар бермә-бер артты. Әммә бына мин, заманында Тормош һабаҡтары предметы уҡыған кеше, милли биҙәүестәр йөрөтөүҙең үҙ тәртибе бар, әммә ҡайһы берәүҙәр уны боҙа, йола күҙәтелмәй, тигән һығымта яһайым. Хәҙер дәреслек табып булмай, аҙыраҡ аңлатып яҙһағыҙ ине."

Мәрйәм Бураҡаева милли биҙәүестәр тураһында һорауға яуап биргән
Мәрйәм Бураҡаева милли биҙәүестәр тураһында һорауға яуап биргән

Ил инәһе, педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева үҙенең сәхифәһендә бына нимә тип яуап биргән:

"Дөрөҫ һорау, тип уйлайым. Башҡорт кейемгә, биҙәүестәргә ҡарап бик күп
мәғлүмәттәр алған. Йәш ҡыҙмы, кейәүгә сыҡҡан йәш кәләшме, еңгәй кешеме, ирҙән тол ҡалғанмы, өлкәнме, бөтөнләй оло кешеме...
Хәҙер ул тиклем нескәлектәрен күҙәтеү кәрәкмәйҙер ҙә. Әммә теүәллекте талап иткән йолалар ҙа бар.
Сәсмау, алмиҙеү, ыҡсым ғына алҡа - үҫмер ҡыҙҙар өсөн.
Ҡашмау, елән, селтәр (һаҡал) - кейәүгә сыҡҡан ҡатындар кейеме. Тик алдан маңлай сәсен
күрһәтеп ҡуйыу матурлыҡ өҫтәмәй. Өлкәнәйә башлағас, ҡашмау алмаштырыла, һарауыс бәйләп, таҫтар урайзар.
Ҡушъяулыҡ - кейәүҙәге ҡатындар кейеме. Таҫтар урынына ябай яулыҡ бөркәнеүселәргә кәңәш: өсмөйөшләп алдан төйнәп ябыныу башҡорт ҡатындарына хас түгел. Яҙып ебәреп
дүртмөйөшләп бөркәнеү хас беҙгә. Ә килендәр өсмөйөшләп артҡа сөйөп бәйләп тә йөрөткән.
Биҙәүестәр төҫлө тәбиғи таштарҙан эшләнә икән,
иғтибарлы булығыҙ - һәр кемдең үҙ ташы бар һәм ул таш күҙ тейеүҙән һаҡлай, дауалай ҙа."

 

Фото: ya.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: