-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫеңдә тот!
18 Март , 15:00

“Иғтибар – балалар!”

Ошолай тип аталған акция 7 апрелгә тиклем дауам итә. Мәктәп каникулдары алдынан һәм улар барышында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йыл һайын водителдәр һәм балалар менән эш алып бара.

“Иғтибар – балалар!”
“Иғтибар – балалар!”

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ағымдағы йылдың тәүге ике айында Башҡортостан биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Бер бала һәләк булған, утыҙ алтыһы төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.

“Акцияның төп бурысы – балалар ҡатнашлығында күңелһеҙ юл ваҡиғалары булдырмау. Бының өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҡытыусылар менән бергә мәктәптәрҙә әңгәмәләр, дәрестәр үткәрәсәк. Балалар юлдағы төп ҡағиҙәләрҙе ҡабатлаясаҡтар, йыш осраған хәлдәрҙе анализлаясаҡтар. Шулай уҡ иғтибар балаларҙы автобустарҙа һәм шәхси автомобилдәрҙә йөрөтөүгә йүнәлтеләсәк”, – тип билдәләне Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: