+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Иҫеңдә тот!
11 Февраля 2025, 07:23

Мәғлүмәти дәрес!

 Балалар файҙалы ресурстар тураһында мәғлүмәт алырға, интернет сығанаҡтарын файҙаланып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнде.

Мәғлүмәти дәрес!Мәғлүмәти дәрес!
Мәғлүмәти дәрес!

Баш ҡалабыҙҙың 38-се моделле балалар китапханаһында «Юлаевсы» үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Балалар һәм интернет хәүефтәре» тигән темаға мәғлүмәти дәрес үтте. Сараны алып барыусы интернет киңлектәрендә хәүефһеҙ тәртип, интернет этикеты тураһында һөйләне.

Балалар «Һаҡ булығыҙ - селтәр!» уйынын ҡыҙыҡһынып уйнаны, антивирустар, һылтанмалар һәм таныш булмаған дуҫтар менән аралашыуҙы сикләү тураһында әңгәмәләште. Сарала балалар әүҙем аралашты. Улар интернеттың уҡыуҙа һәм аралашыуҙа нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләне, виртуаль донъяның файҙаһы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Яңы мәғлүмәткә, шул иҫәптән белешмәләргә, һүҙлектәргә, энциклопедияларға инеү, һатып алыуҙар башҡарыу һәм башҡалар тураһында белде.

 Балалар файҙалы ресурстар тураһында мәғлүмәт алырға, интернет сығанаҡтарын файҙаланып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнде.

Анна ЕГОШИНА,

38-се модель балалар китапханаһының етәксеһе.

Мәғлүмәти дәрес!
Мәғлүмәти дәрес!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас