Башҡорттар – республиканың аҫаба халҡы. Беҙҙең тарих биттәрендә меңәр йылдарҙан ашыу эҙебеҙ бар. Мәшһүр «Урал батыр» эпосы быға асыҡ дәлил. Кемдәр генә мөрәжәғәт итмәй уға: кескәй балалаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем. Уны яратып уҡыйҙар, яттан һөйләйҙәр, өйрәнәләр, күпме картиналар, спектакль, әкиәттәр ижад ителде. Ғалимдарыбыҙ йылдан-йыл ниндәйҙер яңылығын аса, ә уның серҙәренә әле булһа ла төшөнөп бөтмәгәнбеҙ, минеңсә.
Бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Птолемей паскиртай тип атаған халыҡ башҡорттар булған, тип фаразлай. Төркиҙәрҙең боронғо «Оғузнамә» дастанында ла был турала әйтелә. Халҡыбыҙ хаҡында беренсе мәғлүмәт 840 йылда беҙҙең яҡтарҙа булып киткән ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм әт-Тәржемәндең яҙмаларында һаҡланған. Шулай уҡ ғәрәп авторҙары Мөхәммәт әл-Иҙриси, әл-Масуди, Ғүмәр ибн Руста, Сахл әл-Бәлхи, ә тулыраҡ Әхмәт ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырған.
Башҡорт халҡы бөтә тарихы дауамында милләте, теле, мәҙәниәте, ере, дәүләтселеге өсөн көрәшкән. Һынау артынан һынау үтергә тура килһә лә, бирешмәгән. Алтын Урҙа иҙеүе аҫтында иҙелә, ә һуңынан аҫаба ерҙәре Нуғай, Ҡазан, Себер ханлыҡтары араһында көсләп бүленә. Ҡаты иҙеү, үҙ-ара һуғыштар илде бөлдөрә, хужалыҡты ҡаҡшата. Шул ваҡытта халҡыбыҙ тарафынан сал тарих төпкөлөндә иң тәрән аҡыл менән ҙур эш башҡарыла: улар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушыла. Шулай итеп, Башҡортостан тарихы Рәсәй тарихы менән бергә яҙыла башлай.
Эйе, урыҫ һәм башҡорт дуҫлығы Рәсәй бөтөнлөгө һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы берлектәге әллә нисәмә көрәштә сыныға. Поляк пандары интервенцияһының дәһшәтле осоронда башҡорттар Минин һәм Пожарский ополчениеһында иңгә-иң терәп батырҙарса алыша. Башҡорт һыбайлылары Пётр Беренсенең Азов походтарында, шведтарға ҡаршы төньяҡ, шулай уҡ ете йыллыҡ прус һуғышында ла үҙҙәрен аямай көрәшә. 1812 йылғы Ватан һуғышында беҙҙең төньяҡ амурҙары тигән данлы исем алған ата-бабаларыбыҙ урыҫ армияһы составында иҫ киткес батырлыҡтар күрһәтә. Парижға ла иң беренселәрҙән булып барып инеп, мәшһүр ҡурайҙары моңон яңғырата.
Халҡым бик иркенлек һөйөүсән, ғорур. Күпме тапҡыр милли азатлыҡ өсөн ихтилалдарға күтәрелә. Башҡа бер ниндәй милләт тә ундай яуҙар аша үтмәгәндер. Башҡортомдоң ғорурлығы, милли геройы – шағир-импровизатор Салауат Юлаевты ғына иҫкә алһаҡ та был турала бөтә нәмә аңлашыла.
Башҡортостан – элек-электән бай, юғары мәҙәниәтле төбәк. Ауыҙ-тел ижады, шулай уҡ яҙма әҙәбиәте лә күңелдәргә яҡтылыҡ нуры сәсә. Эпостары, легенда-әкиәттәре, ҡарһүҙҙәре, йомаҡ-мәҡәлдәре, йолалары быуындан-быуынға күсә килә һәм, иманым камил, әллә нисәмә быуын кешеләрен тәрбиәләр әле. Күренекле башҡорт мәғрифәтселәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла халҡы өсөн ижад итте, кешеләрҙең күңеленә белем нуры сәсте. Уларҙан эстафетаны яңы быуын яҙыусылары ҡабул итте. Рәсәйҙең аҫыл аҡыл эйәләре – Александр Пушкин, Лев Толстой, Михаил Лермонтов, Антон Чехов, Дмитрий Мамин-Сибиряктар ҙа башҡорттарға ғашиҡ булып, уларҙың эскерһеҙлегенә һоҡланып та, ябайлығына аптырап та, үҙ әҫәрҙәрендә һөйләне, туғанлыҡ тойғолары менән йәшәне, ижад итте.
Дәүерҙәр үҙгәреп торҙо, уның менән бергә халҡымдың яҙмышы ла бер юлдан атланы. 1919 йылдың 23 мартында илебеҙҙә беренсе автономиялы дәүләт – Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын төҙөү тураһында Владимир Ленин ҡултамғаһы менән нығытылған документ баҫылған көн тарихҡа инеп ҡалды. Был ерҙә мәшһүр ғалимыбыҙ, башҡорт халҡының олуғ улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған тураһында әйтеп үтмәһәк, хилаф булыр. Тыуған төйәгебеҙгә ауыр замандарҙа алдан күрә белеүсәнлеге менән түләп тә бөтә алмаҫлыҡ изгелек эшләне. Ул үҙенең арҡадаш дуҫтары, ярҙамсылары менән беҙ йәшәгән Башҡортостанға дәүләтселек хоҡуғын яулап ала алды. Революциянан һуңғы ауыр йылдар, граждандар һуғышы, аслыҡ-яланғаслыҡ, колхозлашыу, ҡот осҡос репрессия йылдары, яңы тормош төҙөү – барыһы ла үтте халҡым башынан. Бер ниндәй эштән дә артта ҡалманы улар. Стахановсы ла, иң шәп малсы, һауынсы ла, Мәскәү сәхнәләрен яңғыратҡан йырсы йә иһә бейеүсе лә, тимер ҡойоусы йәки уҡытыусы ла булдылар.
Ил иңенә тағы бер ҡаты һынау – Бөйөк Ватан һуғышы ятҡас, Башҡортостан халҡы патриотик һәм интернациналь бурысын тағы ла намыҫ менән үтәне. Республикамдың 710 мең улы һәм ҡыҙы үлемесле яуҙарҙа ҡатнашып, иҫ киткес ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн Башҡортостандың 277 яугиры Советтар Союзы Геройы, 34 ҡаһарман Дан орденының тулы кавалеры булды. Шул иҫәптән Муса Гәрәевкә Советтар Союзы Геройы исеме ике тапҡыр бирелде. Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Армияның бер генә башҡа дивизияһы ла өлгәшмәгән юғарылыҡҡа күтәрелә: 78 яугиры Советтар Союзы Геройы исемен ала. Тик ошондай рекорд һанлы геройҙарҙың комдивы ғына һаман да герой исеменә лайыҡ түгел…
Ә тылдағы халыҡ батырлығы! Был ваҡытта бөтә республика хәрби лагерға әүерелә. «Бөтә нәмә – фронтҡа, бөтә нәмә – еңеү өсөн!» тигән лозунг менән Ҡыҙыл Армия сафына алынған улдары, аталары, ирҙәре, ағалары урынына быуындары ла ҡатмаған бала-саға, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар баҫа. Үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, фронт өсөн аҙыҡ-түлек етештерәләр, кейем-һалым әҙерләйҙәр.
Оҙаҡ көтөп алған Еңеү ҙә етә. Халҡым һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе бөтөрөүгә дәррәү ҡушыла, тормошон яйға килтереүгә бар көсөн һала. Төрлө ауырлыҡтарға ҡарамай, Башҡортостан үҙ тарихын яҙа. Халҡы өсөн янып-көйгән яңы яҙыусы-шағирҙар быуыны нығына.
«Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ.
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!» –
тип яҙҙы мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов.
Бына ошондай юлдар ижад итерлек шағирҙар тыуҙырған халыҡ меҫкен булып йәшәргә һәм уның теле бөтөргә тейешме? Әлбиттә, юҡ!
1990 йылдың 11 октябре халҡым өсөн ҙур тарихи ваҡиға – был көндө Башҡортостан Республикаһы суверенитет яуланы. Яңы Конституцияға ярашлы, республикабыҙҙың президенты һайланды. Эйе, хәҙер беҙҙең үҙ гимныбыҙ һәм гербыбыҙ бар. Был хәлдән һуң тағы ла бер тарих яҙырлыҡ ваҡиғалар булып үтте. Ауыл-ҡалаларыбыҙ матурая, ҙурая, юлдар яҡшыра, сәнәғәтебеҙ үҫешә, балалар өсөн яңы мәктәп, балалар баҡсалары төҙөлә, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә алға китештәр ҙә бик күп. Беҙҙә хәҙер бөтә Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендәге саралар ҙа бик йыш үткәрелә. Республикабыҙ – донъяға билдәле брендтары булған ер. Беҙ бының менән ысын күңелдән ғорурлана алабыҙ!
Бына шундай халыҡтың ҡыҙы мин. Тыуған республикамда туған телемдә белем алырға хоҡуғым бар. Яратҡан гимназияма көн дә иртән шатланып киләм, рухташ синыфташтарым менән милләтебеҙ өсөн йән атып торған уҡытыусыларымдан белем алыуыма бик шатмын. Миңә шундай яҙмыш бүләк иткән ата-бабаларыма рәхмәт тойғоһо менән йәшәйем. Киләсәктә тыуған республикам, халҡым өсөн кәрәкле кеше булырмын, тип ышанам. Ирек Кинйәбулатов яҙғанса:
«Һинең яҙмыш – ул бит минең яҙмыш,
Һин тигәндә – талмаҫ беләгем», – тием мин дә.
Эльнара ҮЛМӘҪБАЕВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.