Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
22 Март 2019, 15:02

Рухыбыҙ менән көслөбөҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2016 йылдың 17 июлендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында Указ сығарҙы. Был иһә республикабыҙ юбилейының мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе һәм беҙ уны бөтөн Рәсәй кимәлендәге байрам тип ҡабул итәбеҙ.

Бынан теүәл бер быуат элек икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй киңлектәрендә ғәйәт ҙур сәйәси ваҡиға булып үтә: 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡортостан Совет Автономияһы тураһындағы Килешеүе»нә ҡул ҡуйыла. Өс көн үтеүгә, 23 мартта, был Килешеү «Известия» гәзитендә баҫылып сыға һәм шул дата рәсми рәүештә автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының тыуған көнө тип ҡабул ителә. Быуаттарға бер генә була торған был тарихи документҡа ул ваҡыттағы Совет Рәсәйенең беренсе етәкселәре – В. Ульянов (Ленин), М. Владимирский, И. Сталин менән бергә Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М. Ҡулаев, Башҡорт Мәркәз шураһы ағзаһы М. Халиҡов һәм башҡорт ғәскәрҙәре командующийының адъютанты Ә. Бикбауов ҡул ҡуйған.

Шуныһы айырыуса әһәмиәтле: башҡорттар Рәсәй Федерацияһы составында беренсе булып үҙҙәренең автономиялы республикаһын төҙөүгә өлгәшә. Тарихсылар, нәҡ ошо ваҡиға айҡанлы Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалынған, тип иҫәпләй.

Республикабыҙҙың 100 йыл­лығын билдәләгәндә беҙ иң элек Башҡорт республикаһын ойоштороу өсөн барған ысын мәғәнәһендә героик көрәш тарихын иҫкә төшөрөп үтергә тейешбеҙ. Асылда 1917 йылдың шанлы революцион ваҡиғалары эсендә барлыҡҡа килгән беҙҙә ерле мөхтәриәт өсөн көрәш хәрәкәте. Бына, иғтибар итегеҙ: 1917 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт Мәркәз шураһы Башҡортостандың мөхтәриәтен рәсми рәүештә иғлан итә. Был хаҡта шул уҡ 1917 йылдың 22 ноябрендә «Правда» гәзитендә ошондай хәбәр баҫылып сыға: «Башҡорт Мәркәз шураһы, Ырымбур гарнизоны яҡлауына таянып, Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарының башҡорт территорияһын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итте һәм Ырымбур губернаһы биләмәһе ерлегендә автономияны бойомға ашырыу эшен башлап ебәрҙе. Декабрҙә Башҡортостандың учредительный съезы саҡырыла». Тимәк, күренеүенсә, башҡорттар Октябрь революцияһының тәүге көндәрендә үк «автономияны бойомға ашырыу эшен» башлап ебәрә. Шул көндәр хаҡында һуңынан: «Башҡортостандың мөхтәриәтен рәсми рәүештә иғлан итеп, милли хөкүмәт төҙөнөк, кантондарҙа милли ғәскәр ойоштора башланыҡ. Халҡыбыҙ араһынан үҫеп сыҡҡан Юныс Бикбовты хөкүмәт рәйесе итеп һайланыҡ. Миңә хәрби һәм эске эштәр тапшырылды», – тип иҫкә ала халҡыбыҙҙың бөйөк дәүләт эшмәкәре һәм атаҡлы ғалим Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр» исемле мәш­һүр китабында (Өфө: Китап, 1996. 202-се бит). Тиҙҙән, 1917 йылдың 20 декабрендә, башҡорт халҡының III ҡоролтайы, Башҡортостандың милли мөхтәриәтен раҫлап, ҡарар ҡабул итә. Был датаны беҙ, әгәр ҙә рәсми рәүештә танылған булһа, республикабыҙҙың тыуған көнө тип билдәләй алыр инек. Ләкин, ни хәл итәһең, сәйәсәт тигән нәмә үҙ ҡанундары менән йәшәй шул.

1917 йылдың декабренән башлап Үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Килешеү төҙөгәнгә тиклем бер йыл да өс ай ваҡыт уҙа. Бихисап ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар, бик күп хәүеф-хәтәрҙәр аша үтергә тура килә был осорҙа. Граждандар һуғышы башланып китеп, Башҡортостан ике ут араһында тороп ҡала. Аҡтарҙың да, ҡыҙылдарҙың да башҡорт мөхтәриәтен танымаҫҡа тырышыуы хәлде тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштыра. Өҫтәүенә, татар сәйәсмәндәре, башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың милли хоҡуҡтарын күрәләтә инҡар итеп, йәнәһе, Татар-Башҡорт тигән республика төҙөйбөҙ, тип яҫҡына. Башҡорт милли хәрәкәте, башҡорт ғәскәрҙәре ошондай хәүефле шарттарҙа үҙ милләтенең, үҙ республикаһының мәнфәғәттәренә һәр ваҡыт тоғро булып ҡала һәм, ниһайәт, башҡорт делегацияһы, үҙәк Совет власы етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, алда билдәләп үтелгән тарихи Килешеүгә ҡул ҡуйыуға өлгәшә.

Бына шундай ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар аша үтеп, таң ҡалырлыҡ фиҙакәрлек һәм батырлыҡ менән яулап алынған беҙҙең республикабыҙ. Шуның өсөн дә уның ҡәҙерен белергә, ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙы һәр ваҡыт яҡлап һәм һаҡлап йәшәргә тейешбеҙ. Республикабыҙҙың 100 йыллығын беҙ, шөкөр, Рәсәйҙең ғәйәт ныҡ үҫешкән субъекттары рәтендә, ҙур рух күтәренкелеге менән ҡаршы алабыҙ. Яңы заман, әлбиттә, алдыбыҙға әленән-әле яңы проблемалар, яңы һынауҙар ҡуйып тора. Әммә беҙ – йөҙәр, меңәр йылдар буйы тарих һынауҙары аша үткән халыҡбыҙ, берҙәмлек менән көслөбөҙ, Радий Фәрит улы Хәбиров әйткәнсә, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ, беҙ үҙебеҙҙе лә, телебеҙҙе лә, рухыбыҙҙы ла һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ. Амин, шулай булһын!

Оло шатлыҡ, оло байрамың менән, данлы Башҡортостаныбыҙ!

Рәшит ШӘКҮР, шағир, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Читайте нас: