+4 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
14 Июнь 2019, 14:38
Батыр даны мәңгелек
Башҡорт халҡының милли батыры Салауат ЮЛАЕВтың тыуыуына – 265 йыл
Башҡорт егеттәрен әйҙәп,
Ирек өсөн алышҡан.
Бөркөттәй ҡыйыу ташланған
Салауат – ир-арыҫлан.
Баяр, тархандарҙы ҡырған
Халҡымдың батыр улы.
Изге яуҙа һәр саҡ булған
Пугачёвтың уң ҡулы.
Балтик ярында яңғырай
Тимер бығауҙар сыңы.
Бөгөлмәгән, баш эймәгән
Батырҙың ғорур һыны.
Ҡорос атлы һәйкәл булып
Иҙел ярына баҫты.
Батыр исеме мәңгелек –
Даны иленә ҡайтты.
Зөһрә Кашапова.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.
Читайте нас в