-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
1 Ноябрь 2019, 16:59

Мәктәп дуҫлыҡ менән көслө

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө Биш көнлөк уҡыуға күстек. Хәҙер республика мәктәптәрендә айҙың һәр шәмбеһе ниндәйҙер темаға арналып, был көндө матур саралар үткәрелә башланы. Бына Өфө ҡалаһының 95-се мәктәбендә уҙған этно-мәҙәни фестиваль «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө!» тип аталды. Ул республикабыҙҙың, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейҙарына һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналғайны.


Һәр синыф алдан йәрәбә буйынса бер илде һайлап алған икән. Улар уҡытыусылары менән үҙҙәренә эләккән ил халҡының йолалары, милли кейемдәре, аш-һыуы, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте тураһында йөкмәткеле мәғлүмәт-концерт презентацияһы ойошторҙо. Барыһының да кәйефтәре шәп. Балаларҙың тырышып әҙерләнгәндәре күренеп тора. Бигерәк тә инклюзив синыфтар ныҡ әүҙем ине. Мәҫәлән, II «Б» уҡыусылары синыф етәкселәре Рәмзиә Әғләм ҡыҙы Тажетдинова менән ҡаҙаҡ халҡының мәҙәниәте һәм йолаһын күрһәтте. Ҡыҙыҡлы тамашаның шаһиты булдыҡ. Ә I «Б» һәм IV «Б» синыфтары уҡыусыларының әсәй­ҙәре урыҫ халҡының йолаларын күрһәтеп, килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы (синыф етәксеһе – Айгөл Дамфир ҡыҙы Хәсәнова).

Шулай уҡ мәктәпкә башҡорт халҡының йәйәнән уҡ атыу сер­ҙәрен өйрәтеү маҡсатынан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин саҡырылғайны. Ул бик матур һәм йөкмәткеле оҫталыҡ дәресе күр­һәтте. Балаларға ныҡ оҡшаны. Хатта башҡорт уҡсыһының милли кейемен тотоп-тотоп ҡаранылар. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, аҙаҡтан йәйәнән уҡ аттылар. Эйе, кемгә эләгә әле ун­дай форсат?! Шәп бит!

– Бындай фестивалдәрҙе үткәреү бик кәрәк. Төрлө милләт балалары үҙ халҡының һәм баш­ҡаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуын, милли кейемдәрен күреп, милли ризыҡтарын тәмләп ҡараны. Бер парта артында ултырған уҡыусыларҙың эргәһендәгеләренә хөрмәте артты, дуҫлыҡ ептәре нығынды. Беҙ шуға ла фестивалдең девизын «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө!» тип атаныҡ.

Атай-әсәйҙәр ҙә был байрамда ихлас ҡатнашты, беҙгә ныҡ ярҙам иттеләр. Улар, ошондай саралар йышыраҡ булһын ине, тигән теләктә ҡалды.

Милли биҙәүестәрҙән күргәҙмә ойошторолоуы ла һәйбәт. Уларҙы балалар үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡыҙыҡһынып, хатта тотоп ҡараны. Ә килгән ҡунаҡтар үҙҙәренә матур-матур биҙәүестәр, алҡалар һатып алып ҡыуанды.

I «А» синыфы уҡыусыларын (етәкселәре – Эльвира Риза ҡыҙы Мәхийәнова), II «А» (Венера Камил ҡыҙы Мәхийәнова), V «А» (Әлфиә Фидрат ҡыҙы Усаинова), VII «А» синыфтарын (Федан Фаяс улы Ғафаров) һәм директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Юлай Азамат улы Сәлимгәрәевтәрҙе маҡтап телгә алыр инем. Байрамды күңелле итеп үткәрергә бар көстәрен һалып тырыштылар. Афариндар, һынатманылар! – ти мәктәп директоры Әлимә Дамир ҡыҙы Салауатова.

Шулай итеп, мәктәптә үткәрелгән «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө!» тип аталған бай йөкмәткеле байрам милләттәр араһындағы дуҫлыҡ ебен нығытты, балалар­ҙа халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм милли йолаларына ҡыҙыҡ­һыныу, ихтирам уятты. Бында йыйылған һәр кем шат йылмайышып, күңелдәре булып, бер-береһе менән дуҫлашып, ҡәнәғәт йөҙ менән таралышты.

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: