Мәктәп йылдарында уҡ уҡыу алдынғыһы, әүҙем, матбуғат менән дуҫ булған ауылдашыбыҙ университетта ла һынатмай. Тәүге көндәрҙән үк уҡыу йорто мөхитенә ылығып, көндәрен файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Сентябрҙә ул «Студент көҙө» фестивалендә йыр-бейеүгә, нәфис һүҙгә оҫталығын күрһәтеп өлгөрә. «Ҡорос» халыҡ театрында ла теләп шөғөлләнә. Уның әйтеүенсә, һайлап алыу туры бик еңелдән булмаған. Театрҙың етәксеһе Илнур Лоҡманов теләүселәрҙе бар яҡтан да һынап ҡараған.
– Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сығып, мин үҙемдә сәнғәт донъяһына һөйөү уяттым. Репетицияларҙа нисек итеп дөрөҫ тын алырға өйрәнәбеҙ, тиҙәйткестәр әйтешеп, телебеҙҙе шымартабыҙ. Театрҙа шөғөлләнергә йөрөгөм килеп кенә тора, – ти Зәлиә.
Ул – уҡыу йортондағы «Тулҡын» әҙәби берекмәһенең ағзаһы ла. Зәлиә иҫ киткес матур шиғырҙар ижад итә. Шулай уҡ факультетта фотограф вазифаһын да башҡара. Буш ваҡыттарында бейеү менән дә мауыға. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы тарафынан ойошторолған «Шаян» халыҡ бейеү ансамбленә йөрөй. Уларҙы етәкселәре, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы Илшат Фәсхүтдинов төрлө халыҡтарҙың бейеү серҙәренә төшөндөрә.
Үҙ маҡсаттарына ирешеүсе, хыялдарына тоғро ҡалыусы, һәр яҡтан да өлгөлө Зәлиә апайға бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ. Бер ваҡытта ла бирешмә, алға табан атла!
Зилиә БУРАНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.