1999 йылдың декабрендә Линтон тигән төбәктә урман яна башлай. Урындағы янғын һүндереүселәр хатта ситтән ярҙам саҡырырға мәжбүр була. 4 ғинуарҙа 5 кеше ултырған машина янғын урынына барғанда, ел ҡапыл йүнәлешен үҙгәртә һәм машина ут аҫтында ҡала. Ундағы 5 янғын һүндереүсе һәләк була. Был фажиғәнән һуң бөтә донъя буйлап 4 майҙы Халыҡ-ара янғын һүндереүселәр көнө тип билдәләргә тигән тәҡдим иенән хаттар таратыла. Ни өсөн 4 маймы? Сөнки был көндө былай ҙа күп Европа илдәре үҙҙәрендә янғын һүндереүселәр көнөн билдәләй. Шулай итеп, Халыҡ-ара статусы алына. Хәҙер 4 майҙа һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәттәштәр иҫкә алына, һәйкәл, мемориалдарға сәскәләр һалына, саралар үткәрелә.