+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

17 май - Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө.

Бөтә Рәсәй Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башлағанға быйыл 10 йыл тула. Уның һандары – 8 800 2000 122.

Ә һеҙҙең телефонығыҙға яҙылғанмы ул, уҡыусылар? Юҡ икән, хәҙер үк теркәп ҡуйығыҙ. Балалар ышаныс телефоны 2010 йылда «Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү» фонды тарафынан булдырылған һәм ошоғаса уңышлы эшләп килә. Сөнки йылдан-йыл ярҙам һорап шылтыратыусылар күбәйә, тимәк, улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ала, хатта ниндәйҙер бәләнән ҡотолоп ҡала, тиһәк тә һис тә хата булмаҫ. 8 800 2000 122 һандары буйынса шылтыратыу бөтә телефондарҙан да бушлай һәм аноним. Йәғни кем икәнеңде белмәйәсәктәр, һинең телефон һандары яҙып алынмай, ә бына яҡшы консультация аласаҡһың, ышаныс телефонында махсус әҙерлек үткән психолог-консультанттар ултыра.
Һәр берегеҙҙең үҙен ныҡ борсоған, әммә иң яҡын кешеләренә лә һөйләргә тартынған, оялған йәки ҡурҡ­ҡан эс серҙәре, һорауҙары булырға мөмкин. Бына шундай мәлдә Балалар ышаныс телефонына шылтыратығыҙ. Унда ла мөрәжәғәт итергә оялаһығыҙмы? Cерегеҙҙе икенсе кеше исеменән, йәғни берәй танышығыҙ менән булған хәл, тип тә әйтергә мөмкин. «Уға нимә эшләргә икән?» – тип һорағыҙ. Мотлаҡ дөрөҫ кәңәш аласаҡһығыҙ. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, конфиден­циаллек һаҡлана: йәғни һеҙҙең серегеҙ тураһында ышаныс телефоны буйынса яуап биреүсе психологтан башҡа бер кем дә белмәйәсәк. Ышаныс телефонына республиканың теләһә ҡайһы ҡалаһынан, ауылынан да шылтыратырға мөмкин. Шулай булғас, тартынмағыҙ, дуҫтар. Һеҙ бер ҡасан да яңғыҙ түгел һәм тормошта хәл ителмәҫлек бер мәсьәлә лә юҡ ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала балаларға ҡарата ҡылынған ҡот осҡос енәйәттәр тураһында йыш ишетәбеҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хоҡуҡтары боҙолғанын аңлап, ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә өйрәнһен ине. Атай-әсәйҙәр ҙә 8 800 2000 122 һандарына шылтыратып, балалар менән килеп сыҡҡан аңлашмаусанлыҡтар буйынса кәңәш һорай ал.
Читайте нас: