Тәүҙә брезент палаткаларҙа йәшәйҙәр. Һуңынан фанеранан йорттар, ҡышҡы корпус төҙөлә. Шунан йыл әйләнәһенә балаларҙы ҡабул итә башлайҙар. Совет осронда "Артек" Бөтә союз пионерҙар лагерына эләгеү бик абруйлы һанала. "Башҡортостан пионеры"("Йәншишмә") гәзитенең әүҙем йәш хәбәрселәренә лә ошо лагерға юлламалар бүләк ителә. Ә 1990 йылда "Артек" Халыҡ-ара балалар үҙәге тип үҙгәртелә.