+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
16 Июнь 2020, 12:23

Бөгөн - Салауат Юлаевтың тыуған көнө.

Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев 1774 йылдың 16 июнендә хәҙерге Салауат районы Тәкәй ауылында тыуған.

Шағир-импровизатор, 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат батыр атаһы Юлай Аҙналин менән бергә 25 йыл ғүмерен тотҡонлоҡта үткәреп, сит ерҙә 46 йәшендә генә вафат була.
Был сағыу шәхес тураһында урыҫ тарихсылары һәм яҙыусылары тарафынан документаль һәм художестволы әҫәрҙәр ижад ителә. Башҡорт әҙәбиәтендә лә Салауат Юлаевҡа арналған китаптар күп кенә. Художестволы һәм документаль фильмдар ҙа төшөрөлгән. Салауат исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар ҙа күп. Шуларҙың береһе - Ишембай районы Маҡар ауылы янындағы Салауат мәмерйәһе. Унда режиссёр Яков Протазанов "Салауат Юлаев" тигән фильм төшөрә, ул 1941 йылда экрандарға сығарыла. Мәмерйәнең исеме шунан ҡалған.
Милли батырыбыҙ һәйкәле хатта Башҡортостан гербына ла индерелгән. Халҡы йөрәгендә ул мәңге йәшәй.
Читайте нас: