Үҙемде иҫләгәндән бирле был әйтемде ятлап алғанмын инде. Бәләкәйерәк саҡта аңлап та бөтмәй инем, хәҙер төшөндөм, шулай ҙа ҡайһы саҡ юрый ғына әсәйемә ҡарышып алам. XXI быуатта ҡала фатирында ниндәй һандыҡ икән, тиһегеҙме? Белгегеҙ килһә, бәләкәй сағымдан бирле миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан әсәйемдең бирнә һандығы ул. Башҡорт туй йолаһына ярашлы, кейәүгә сыҡҡанда еңгәләре бик ҡыйбат хаҡҡа һатып биргән әле уны. Бына шул һандыҡ миңә һәр саҡ ҙур бер серле ҡумта кеүек тойола. Уның эсендә нимә генә юҡ?! Көмөш тәңкәле селтәр, һарыҡ йөнөнән төрлө биҙәктәр менән һуғылған данлыҡлы Дим буйы балаҫы, сигелгән ашъяулыҡ, дөйә йөнөнән һуғылған ҡаҙаҡ юрғаны, төрлө үлсәмдәге түңәрәк Әшә батмустары, бик матур яңы йоҡо кәрәк-яраҡтары, хатта йүкә сабата ла бар! Бына шулай! Ҡартинәйем тыуған көнөмә бүләк иткән башҡорт милли күлдәгем дә буйым еткәнде көтөп, һандыҡта ятып торҙо. Хәҙерге заман дизайнерҙары шкафтарҙың, гардероб бүлмәләренең ниндәйен генә тәҡдим итмәһен, минеңсә, сер тулы һандыҡты асып, унан күлдәгеңде алып кейеүгә бер ни ҙә етмәй. Мин үҙемде шул минуттарҙа йә ете ҡыҙҙың береһе, йә башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге уңған һылыу ҡыҙ итеп, йә милли матурлығыбыҙҙы, башҡорт ҡыҙҙарына хас булған тыйнаҡлыҡты һаҡлаусы, бөйөк бер миссия башҡарыусы заман героиняһы тип хис итәм.
Хыялымда алыҫ киләсәгемә юл алам. Мин дә, әсәйем кеүек, атайыма оҡшаған аҡыллы, батыр егеткә кейәүгә сығырмын. Ниндәй заман, мода булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт йолаларына ярашлы, семәрле һандығым буласаҡ. Ә унда халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған, күңелемә яҡын әйберҙәр урын аласаҡ. Мин дә ҡыҙыма һандығымды асып, хазинамды күрһәтеп, уларҙың тарих ептәрен һүтермен. Шулай буласағына ышанысым ҙур. Ашығыҙ тормошҡа, хыялдарым!