+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
9 Октябрь 2020, 18:33

Башҡортостан флагы

Башҡорт теленән Гөлназ өйгә эш әҙерләп ултыра. Уҡытыусы апайҙары Баш­ҡортостан флагын һүрәткә төшөрөп килергә ҡушҡайны.

Төҫлө ҡәләмдәрен алып, бик тырышып яһай башланы. Олатаһы Рәшит ағай ҡыҙҙың эшләгәнен күҙәтә, үҙенең кәңәштәрен бирә, ауыр күнегеүҙәрҙе эшләгәндә ярҙамлаша. Бына әле ул ейәнсәре янына килеп:

– Ҡыҙым, Башҡортостан флагындагы төҫтәр нимәне аңлатҡанды беләһеңме? – тип ҡыҙыҡһынды.

Бәй, белмәҫкә ни, Гөлназ үткән дәрестә уҡытыусы апайҙары һөйләгәнде йотлоғоп тыңлағайны бит, шуларҙы хәтеренә төшөрҙө.

– Олатай, флаг – Баш­ҡорт­остан Республикаһының дәүләт символы. Ул өс төҫтән тора. Зәңгәр төҫ тыныс күк йөҙөн аңлата. Ә бына аҡ төҫ – яҡты киләсәк. Йәшеле азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Башҡортостан флагының авторҙары – Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина. Уртаһында һары төҫтәге ҡурай сәскәһе дуҫлыҡты күрһәтә. Уның тажы ете ырыуҙы берләштерә. Үҫәргән, мең, ҡыпсаҡ, табын, юрматы, бөрйән, тамъян ырыуҙары башҡорттарҙың милләт булып тупланыуын кәүҙәләндерә, – тип аңлатты ҡыҙ.

Олатаһы ейәнсәренең дәүләт флагы тураһында күпте белгәне өсөн бик ҡыуанды. Үҙе лә уға ҡушылып һөйләне:

– 1992 йылдың 25 февралендә Башҡортостандың дәүләт флагы көнө билдәләнә. Ете – башҡорттарҙың яратҡан һаны. Һәр башҡорт үҙенең ете быуынын белергә тейеш.

Иртәгеһен Гөлназ көндәлегендәге «бишле» билдәһен күрһәтеп, өйҙәгеләр­ҙе шатландырҙы. Быға бигерәк тә олатаһы бик һөйөндө.

Ынйы ЗАКИРОВА,
йәш хәбәрсе.
Нефтекама ҡалаһы,
6-сы мәктәп.

Читайте нас: