Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
16 Октябрь 2020, 17:31

Матур ҡаршыланыҡ

Беҙҙең синыфыбыҙҙа Республика көнөнә арналған синыф сәғәте үткәрелде.

Уҡытыусыбыҙ Гүзәлиә Наил ҡыҙы Башҡортостандың суверенлы дәүләт тип иғлан ителеү тарихы, республикабыҙҙың флагы, гимны һәм гербы хаҡында һөйләне. Ҡурай, ҡумыҙҙа уйнаныҡ. Шиғыр һөйләнек, йырланыҡ һәм бейенек.

Республикабыҙҙың 30 йыллыҡ юбилейын шулай билдәләнек. Ҡыҙыҡлы уйындар аша Башҡортостан тураһында белемдәребеҙҙе арттырҙыҡ.

II СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Читайте нас в