+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
28 Октябрь 2020, 01:00

28 октябрь - Мәүлит байрамы

"Мәүлит" һүҙен ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә тыуыу тигәнде аңлата. Мосолман календары буйынса рабиғел әүүәл айының 11-cе кисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм донъяға килгән.

2020 йылда ул 28 октябргә тура килә. Ә иртәгәһенә Мәүлит байрамы була. Был көндө мосолмандар мәсеттәрҙә бөйөк пәйғәмбәргә бағышланған хөтбә, вәғәздәр тыңларғы йыйыла торғайны, быйыл пандемия айҡанлы күп кеше йыйылыу ярамай, әлбиттә. Әммә Мәүлит кисен һәр кем Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде иҫкә алып, уға бағышлап салауат әйтеп, доғалар уҡып үткәрер. Бөйөк Ҡөръән-Кәрим китабын Аллаһы Тәғәлә Ябраил фәрештә ярҙамында ошо пәйғәмбәр аша индергән. Уның тормошо тураһында уҡыу ҙа бик һәйбәт булыр.
Читайте нас: