Был документ буйынса һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм балиғ булмағандар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙың белем, медицина ярҙамы алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген хәстәрләү, йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар ғаиләлә тәрбиәләнергә хоҡуҡлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр ошо бурыстарына яуапһыҙ ҡарай, ҡаты бәғерлелек күрһәтәләр. "Йәшел йылан"ды артыҡ күреүҙәре арҡаһында күпме бала социаль етем булып, приюттарҙа тәрбиәләнергә, хөкүмәт ҡарамағында ҡалырға мәжбүр.
Һәр бәләкәй кеше бәхеткә, үҙенә ҡарата матур мөнәсәбәткә, яҡлауға, һаҡлауға хоҡуҡлы.