Совет ғәскәрҙәре афған халҡына эске дошмандарға ҡаршы көрәштә ярҙам итеп, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Был ҡораллы конфликтта беҙҙең ил 14 мең һалдатын һәм офицерын юғалтты. Башҡортостандан иһә туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашып, 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтманы.