-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
2 Март 2021, 17:35

2 март – Халыҡ-ара шырпы көнө

Уға арнап бер ниндәй ҙә байрамдар, кисәләр ойошторолмаһа ла, шырпының тарихын иҫкә төшөрөп китәйек әле.

Рыбинск ҡалаһында уның музейы ла бар икән. Тормошобоҙ заманлашһа ла, ябай шырпы әле булһа беҙҙең ҡулланышта. Уны ҡабыҙыу өсөн көкөрткә тейҙереп, бер һыҙҙырып ебәреү етә. Ә элекке заманда ут табыу бик еңелдән булмаған бит.
Иң беренсе шырпыны 1805 йылда Францияла химик Шапсель уйлап тапҡан. Ҡабыҙыр өсөн линза йәки бер тамсы көкөрт кислотаһы ҡулланған. Шуға күрә ундайҙары ҡурҡыныс һаналған. 1847 йылда ғалим һәм химик Бетхер беҙ бөгөнгө көндә ҡулланғанын уйлап сығарған. 1851 йылда шырпыны Швецияла етештерә башлағандар. Ә Рәсәйҙә 30-лап фабрика барлыҡҡа килгән. Ә беҙ шуны онотмайыҡ, дуҫтар: бер ағастан мең шырпы эшләп була, ә бер шырпы менән мең ағасты юҡ итергә була.
Шырпы менән шаярмағыҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: