+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Иҫтәлекле көндәр
23 Апреля 2021, 06:02

Йыһанға осҡандай булдыҡ

12 апрелдә кешенең йыһанға тәүге тапҡыр осоуына 60 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле көнгә арнап мәктәптә бик матур кисә ойошторҙоҡ. Уны физика уҡытыусыһы Рауза Шәйҙулла ҡыҙы Сөләймәнова «Физика ҡанундары – йыһанды өйрәнеү асҡысы» исеме менән синыфтан тыш дәрес итеп үткәрҙе. Беҙ, V – IX синыфтар, был сарала бик теләп ҡатнаштыҡ. Уҡытыусыбыҙ Юрий Гагариндың тәүге тапҡыр йыһанға осоуы тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне, видеофильм күрһәтте.

Рауза Шәйҙулла ҡыҙы кешеләрҙең электән күккә күтәрелеү, бейеккә осоу тураһында хыялланыуын бәйән итте. Ул төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибәләр күрһәтте. Мәҫәлән, «Сегнер тәгәрмәсе» тәжрибәһендә IX синыф уҡыу­сыһы Илдар Минәзовтан шар өрҙөрттө лә осороп ебәрҙе. Һауа – бер яҡҡа, шар икенсе яҡҡа китте.

2020 йылда йыһанға осҡан карапта 0,6 миллиметрлы тишек барлыҡҡа килә, шунан һауа сыға. Бик оҙаҡ эҙләй торғас, был урынды сәй ҡабының шыптыры ярҙамында табалар. Ул тишеккә табан осҡан. Шунан ямап ҡуялар...

Йыһанды нисек кенә өйрәнмәһендәр, төрлө сетерекле хәлдәр тыуып тора. Мәҫәлән, 1965 йылда Алексей Леонов асыҡ йыһанға сыҡҡас, костюмы ҡабара ла ҡуя. Ул сәғәт ярым карапҡа инергә тырыша, ләкин ишеккә һыймай. Бик оҙаҡ ыҙалан­ғандан һуң ғына эскә үтә алған.

Уҡытыусыбыҙ космонавт кейемен термос менән сағыштырҙы. Был беҙгә бик ҡыҙыҡ тойолдо. Ошондай кейемдә тән температураһы тейешенсә һаҡлана икән.

Киләһе эш төрө тағы ла ҡыҙығыраҡ булды. Рауза Шәй­ҙулла ҡыҙы бөтәбеҙгә лә призма өләште. Уның аша тирә-йүнде күҙәтә башланыҡ. Бөтә тирә-яҡ йәйғор һымаҡ! Шундай матур! Ә йыһанға осҡан Юрий Гагарин Ер шарына ошондай призма аша ҡараған икән. Вәт, мөғжизә!

Был көндө тағы ла «Йыһан» темаһына бик күп һүрәттәр төшөрҙөк, матур күргәҙмә эшләп ҡуйҙыҡ.

Һуңынан Юрий Гагарин урамында фотоға төшөп, «Бәйләнеш»тәге биттәребеҙгә ҡуйҙыҡ.

Бына шулай беҙ күп нәмә белдек. Бик оҡшаны. Уҡытыусыбыҙға рәхмәт.

Айгизә АБЗАЛОВА,

йәш хәбәрсе.

Туймазы районы,

Бишҡурай ауылы.
Читайте нас