РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәсҡәров ул. 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған, үҙенең ата-әсәһен хәтерләмәй. Бөрөлә, Смоленск өлкәһендә балалар йорттарында тәрбиәләнгән. 1920 йылдар аҙағында тыуған яғына ҡайтҡас, һабантуйҙарҙа бейеүселәр араһында уға етеүсе булмай. Һәләтле егет Мәскәүгә барып, СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография техникумына уҡырға инә. 1928—1932 йылдарҙа данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында бейеү серҙәренә төшөнә. Уҡып бөткәс,Өфөгә ҡайтып, Башҡорт театр-сәнғәт училищеһында уҡыта, шул уҡ ваҡытта башҡорт һәм урыҫ театрҙарында балетмейстер була. Ленинград хореография училищеһының башҡорт төркөмөнә һәләтле балаларҙы туплап ебәреү менән шөғөлләнә.