+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Беренсе май

Майҙың байрамдары күп,Майҙың шатлыҡтары күп,

Майҙың сәскәләре күп —

Балҡып тора зәңгәр күк!

Шарҙар оса елпелдәп,

Күгәрсендәр гөрләшә,

Ал байраҡтар тулҡынып

Елдәр менән серләшә.

Беренсе май байрамын

Яратам мин, яратам,

Дуҫтар менән бер сафта

Йырлап барам парадта:

Еребеҙҙе һаҡларға

Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.

Атһын өсөн ал таңдар,

Ҡанат булһын тыныслыҡ!

Ҡанат булһын тыныслыҡ!
Фәүзиә Рәхимғолова, 1996 йыл.
Читайте нас