+27 °С
Облачно
VKOKМакс
Иҫтәлекле көндәр
1 Июня 2021, 03:40

Баҡса кеүек төрлө төҫтә Матур бала саҡ иле!

Йәйҙең беренсе көнө – бала саҡ иленең иң матур байрамы. Балалар был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Йәшәйешебеҙҙең төп мәғәнәһе – балалар. Уларҙың йылмайыуы һәм бәхетле ҡараштары – Ер йөҙөндәге иң ҙур байлыҡ. Барлыҡ сабыйҙарҙы был яҡты байрам менән ҡотлап, һау-сәләмәт булыуҙарын, ата-әсәләрен тыңлап, тәртипле булыуҙарын теләйбеҙ. Ә байрам – Балаларҙы яҡлау көнө иһә һәр баланың да бәхетле һәм бала сағы күңелле булырға тейешлекте аңлата. Сөнки үҫеп килеүсе быуын – ул беҙҙең киләсәгебеҙ, илебеҙҙең киләсәге.
Был көн бөтә донъяла байрам ителә, 1949 йылда Парижда Ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ-ара демократик федерацияһы конгрессы ҡарары нигеҙендә ғәмәлгә ҡуйыла һәм беренсе тапҡыр 1950 йылда билдәләп үтелә.
Һүрәттә: Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Арыҫлан менән Нияз Кәримовтар.
Фото: Илүзә Кәримова.
Читайте нас