+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
3 Июня 2021, 05:15

Бөгөн – Бөтә донъя велосипед көнө

Һуңғы йылдарҙа ҡала, ауыл урамдарында велосипедта елдереүселәр артҡандан-арта.

Иң арзанлы, уңайлы, экономиялы һәм экологик яҡтан таҙа транспорт сараһы ла ул әле бөгөнгө көндә. Бензин һорамай, теләгән ереңә йәһәт кенә барып әйләнеп ҡайтырға була. Сәләмәтлек өсөн дә файҙалы яҡтары күп.
Тәүге ике тәгәрмәсле был транспортты 1817 йылда Германияла Алман профессоры барон Карл фон Дрез уйлап таба. Тик уның руле лә, тәгәрмәстәре лә ағастан эшләнгән була. Саңғыла йөрөгән һымаҡ, кеше уның ағас рамдарына ултырып, велосипедты аяҡтары менән этеп хәрәкәтләндергән. 1839 йылда шотланд тимерсеһе Кирклатрик Макмиллан ағас “техникаға” педаль һәм эйәр өҫтәргә була. Педаль артҡы тәгәрмәстәрҙе әйләндерһә, алғыларын руль ярҙамында борғоларға мөмкин булған. Ә йөрөтөүсе алғы һәм артҡы тәгәрәмәстәр араһында ултырған. Бөгөн беҙ ҡулланған велосипед 1884 йылда барлыҡҡа килгән. Ул сылбыр менән йыһазландырылып, ике тәгәрмәсе лә бер төрлө ҙурлыҡта булған. Ә велосипедта иң ныҡ йөрөргә яратыусылар Ҡытайҙа йәшәүселәр. Унда бер автомобилгә 260 велосипед тура килә. Сәфәрҙәренең яртыһынан күбе лә велосипедта йөрөп уҙа.
*1884 йылда инглиз кешеһе Томас Стивенс велосипедта өс йыл буйы донъя тирәләй сәйәхәт итә.
*Спортсы Майкл Сикрест бер тәүлек эсендә велосипедта 2000 километрға яҡын ара үтеп, донъя рекорды ҡуя.
Әйткәндәй, “Йәншишмә” гәзите ойошторған “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашып, һеҙҙең рәхәтләнеп велосипедта елдереү мөмкинлегегеҙ бар.Бүләк отош уйыны бара бит. Бының өсөн икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙҙең yanshishma@yandex.ru почтаһына ебәрә алаһығыҙ. Йә булмаһа https://vk.com/club45440006 төркөмөнө ҡушылып, ундағы “Яҙыл да бүләк от!” тигән фекер алышыуға беркетергә генә кәрәк буласаҡ. Әйҙәгеҙ,тәүәккәлләгеҙ,гәзитле генә түгел, бәхет йылмайһа,18 тиҙлекле шәп велосипедлы ла булырһығыҙ.
Фото: VК
Читайте нас