Өфө Матбуғат йорто алдындағы майҙанда һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталарының ҙур концерты көтә. Республикабыҙҙың билдәле кешеләре байрам ҡунаҡтары буласаҡ. Шулай уҡ йәрминкәлә "Китап" нәшриәтенең китаптарын, халыҡ кәсептәре тауарҙарын да һатып алырға мөмкин.
Һәм иң мөһиме – концерт барышында республика гәзит-журналдарына яҙылырға була! Байрамда республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында телевизор, микротулҡынлы мейес, мультиварка уйнатыласаҡ. Шулай итеп, һеҙҙең был көндө гәзит-журналдарға яҙылып ҡына түгел, ә ҡиммәтле бүләк тә эләктереп, байрамдан күтәренке күңел менән ҡайтып китеү мөмкинлегегеҙ бар!
Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Рәхим итегеҙ, бындай осраҡ көн дә түгел, бер генә була. Дуҫтарығыҙҙы ла алып килегеҙ, яҡшы кәйефте лә алырға онотмағыҙ! Социаль селтәрҙәрҙә лә ошо ваҡиға тураһында һөйләп, #деньподписчика #подпишисьсейчас #подпишисьнарбсми хештегын билдәләгеҙ.