+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Иҫтәлекле көндәр
12 Июня 2021, 03:00

Бәхетленең байрамы бергә

1990 йылдың 12 июнендә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ дәүләт булыуы тураһындағы Декларация ҡабул ителә.

Һуңынан был көнгә дәүләт кимәлендәге байрам статусы бирелә. 2002 йылдың 1 февраленән, яңы Хеҙмәт кодексы положениеһы көсөнә ингәс, рәсми рәүештә Рәсәй көнө тип йөрөтөлә башлай.
Бәхетленең байрамы бергә, тигәндәй, 12 июнь – шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың тыуған көнө лә. Быйыл ул үҙенең 447 йыллығын билдәләй. Байрам уңайынан республикабыҙҙың бөтә төбәктәрендә лә төрлө мәҙәни күңел асыу саралары, спорт ярыштары үтә, яңынан-яңы объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Өфөбөҙ йылдан-йыл үҫә, матурлана.
16 июнь халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына – 267 йыл. Ул – илебеҙ даны, ғорурлығы. Башҡортостан тарихын Салауатһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Исемен ҡала һәм район, спорт командалары йөрөтә. Уның тураһында фильмдар төшөрөлә, тиҫтәләгән фәнни эштәр, китаптар баҫыла, конференциялар үтә, махсус энциклопедияһы ла донъя күрҙе. Ә батырыбыҙға ҡуйылған һәйкәл Европала иң ҙурҙарҙан һанала. Уның янынан халыҡ бер ваҡытта ла өҙөлмәй. Эргәһендәге майҙан - баш ҡала халҡының да, килгән ҡунаҡтарҙың да иң яратҡан ял итеү урыны.
Журналистарҙы ла онотоп китмәйек әле. 14 июнь Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Йәш хәбәрселәребеҙҙе лә, әүҙем авторҙарыбыҙҙы ла,ветерандарыбыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Байрамдар мөбәрәк булһын!
Читайте нас