Ошо өлкәлә эшләүсе һәм хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто директоры Фәнүр Йәғәфәров, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне. Уңышҡа ирешкән журналистар юғары наградалар, ә яңы ағзалар таныҡлыҡтар алып ҡыуанды.
Артабан был матур байрам Өфө урамдарында йөрөгән автобус, троллейбус, трамвайҙарҙа дауам итте, журналистар республика баҫмалары тураһында һөйләп, махсус сыҡҡан реклама гәзитен бушлай таратты. Был акция халыҡты мөмкин тиклем гәзит-журналдар менән таныштырып, уларға яҙылыуҙы әүҙемләштереү маҡсаты итеп ойошторолдо.
Был көндө “Йәншишмә”беҙҙең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов та ҡаланың 69-сы маршрутлы автобусында улы Рөстәм менән пассажирҙар менән танышып, гәзит таратып йөрөнө.