Бөгөн батырыбыҙҙың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ.
Салауатты ул һуңғы төйәген тапҡан ерҙә – Эстонияла ла онотмайҙар. Рәсәйҙең ундағы илселеге вәкиле һәм Таллиндағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни йәмғиәте ағзалары милли батырыбыҙҙың Палдиски ҡалаһындағы һәйкәленә сәскәләр һалды. Был турала мәғлүмәт илселектең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән билдәле булды.
Бюст-һәйкәл скульптор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Тамара Нечаева проекты буйынса эшләнгән. Уны Палдискиҙа 1989 йылда Салауат Юлаев исемен йөрөткән скверға ҡуялар. 2017 йылдың июлендә мемориалға реставрация эшләнә һәм Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһына иҫтәлекле яҙма ҡуйыла.
Фото: vk.com/wall-187913016_1488