Ромашканы ҡулға алып,уға "ярата-яратмай" тигән һорауҙар биреү юҡҡа ғына киң таралмаған инде.Ҡайһығыҙ шулай бәхетен һынап ҡарамай ҡалды икән, ҡыҙҙар? Бер сәскәлә нисә таж булыуы бер Хоҙайға ғына билдәле, ә шулай ҙа һәр кем ромашканан бәхетле яуап көтә. Тик бынан ғына һеҙҙең яҙмышығыҙҙың хәл ителмәүен аңлайһығыҙҙыр инде. Һеҙ теләгән яуап булмаһа ла, борсоуға ҡала күрмәгеҙ, тиеүебеҙ.