+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
15 Июля 2021, 02:44

«Аҡмулла» журналы сығарыла башлауға – 110 йыл

«Аҡмулла» журналы Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында мосолмандар өсөн төрки телендә нәшер ителгән рәсемле сатирик һәм юмористик журнал. Уның тәүге һаны 1911 йылдың 15 июлендә донъя күрә.  

«Аҡмулла» журналы сығарыла башлауға – 110 йыл«Аҡмулла» журналы сығарыла башлауға – 110 йыл
«Аҡмулла» журналы сығарыла башлауға – 110 йыл

Нәшер итеүсе  һәм беренсе мөхәррире — Хәбибрахман Ғәниев. Журнал 1911 йылдың июленән 1916 йылдың ғинуарына тиклем сығарыла. Әлеге баҫмала Ш. Бабич, Ә. Ғәлимов, К. Ҡәрипов, Я. Омаев һәм башҡа яҙыусы-шағирҙарҙың сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре баҫыла. 1916 йылдың 29 ғинуарында, 51-се һаны сыҡҡандан һуң, эше бөтөнләй туҡтатыла.

 

Фото: http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-4826.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас