+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
31 Августа 2021, 07:00

Ҡыңғырау саҡыра

Ҡасан ғына һаубуллашҡан инек,

Ҡыңғырау саҡыраҠыңғырау саҡыра
Ҡыңғырау саҡыра

Һеҙҙең менән, китап-парталар.
Әле бөгөн ҡыңғырауҙар менән
Мәктәп беҙҙе кире саҡыра.

Кемдәргәлер был ҡыңғырау тәү ҡат
Өндәшәлер: «Рәхим ит!» – тиеп.
Тәүге уҡытыусы тәүге ҡабат
Күҙҙәренә бағалыр һөйөп.

Әле күптән түгел тора инек,
Беҙ ҙә беренселәр рәтендә.
Моңһоу хәтирәле ошо мәлдәр
Ҡалыр инде, ҡалыр хәтерҙә…

Ошо иртәлә лә гөлдәр тотоп,
Ашығамын мәктәп яғына.
Бер баҫҡысҡа юғарыраҡ менеп,
Үрмәләйем белем тауына.

Ғайсар ҠАНСУРИН.

Фото: m.gazeta.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас