

1 сентябрь - бөтәбеҙ өсөн дә һәр ваҡыт тулҡынландырғыс мәл. Был көн өлкәндәргә бала саҡ иҫтәлектәрен яңырта, айырыуса яҡты тойғолар уята. Һәр кеше үҙ мәктәп юлын үтә, ә һуңынан балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен белем усағына алып килә. Һәр саҡ беренсе ҡыңғырау сыңлауын ишетеп, бөтәбеҙ ҙә сикһеҙ шатлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.
Уҡыусыларға, студенттарға яҡшы уҡырға, ныҡлы белем алырға, ә уҡытыусыларыбыҙға һаулыҡ, эштәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ.
1 сентябрь
Байрам менән ҡотлап, йомарт ҡояш
Һибә ергә сағыу нурҙарын.
Мәктәп юлындағы балаларҙың
Гөлләмәләр биҙәй ҡулдарын.
Белем донъяһына атлай улар,
Ярһып тибә кескәй йөрәктәр.
Уҡытыусылар ҙа ҡаршы ала,
Теләп иң-иң изге теләктәр.
Беренселәр, ана, йүгерә-атлай
Ашығалар бүлмәләренә.
Ошо көндән улар ҙур көс һалып
Ынтылалар белем үренә.
Ун берҙәргә был көн һағышлы ла:
Алда – мәктәп менән хушлашыу.
Йәшлек хыялдары көткән юлда
Маҡсаттары менән дуҫлашыу.
Уҡыусылар өсөн яулар үрҙәр,
Ҙур һынауҙар алда көтәләр.
Белем, маҡсат, хыял үрҙәренә
Тик тырыштар ғына етәләр.
Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА