+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
10 Сентября 2021, 03:05

Бөгөн – Милли кейем көнө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында республика халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнә.

Бөгөн – Милли кейем көнөБөгөн – Милли кейем көнө
Бөгөн – Милли кейем көнө

Был сараның төп маҡсаты – халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.

Хәҙер һәр Милли кейем көнөн ҡыуанып көтөп алабыҙ. Бөгөн дә күп кескәйҙәр – балалар баҡсаһына, уҡыусылар – мәктәпкә, ә өлкәндәр иһә эшкә милли кейем кейеп барғандыр, моғайын. Бик матур көн, тарихыбыҙ менән бәйләнеш көнө. Милли кейеме, һис юғы үҙендә уның берәй элементы булыуын теләүселәр көндән-көн арта, Аллаға шөкөр.
Республика район һәм ҡалаларында милли кейем, биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, боронғо милли кейем тарихына арналған саралар, флешмобтар ойошторола. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ ҙә унда ҡатнаша алаһығыҙ.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ла балалар милли кейемен әҙерләү буйынса ижади лаборатория эшләйәсәк. Көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башланасаҡ сараға Рәсәй төбәктәренән дә вәкилдәр киләсәк. Унда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәре, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин һәм Сәрүәр Аслаева, тәбиғи туҡымаларҙан этник кейем тегеү оҫтаханаһы етәксеһе Алһыу Кинйәбаева, «Тамға – 2020» конкурсының баһалама комиссияһы ағзалары спикер булараҡ ҡатнашасаҡ.
Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Милли кейем көнө һәр кем өсөн туған хал­ҡының тарихына, боронғоһона, ғөрөф-ғәҙәттәренә тағы бер тап­ҡыр күҙ һалыу өсөн мөһим бер сара булып тора. Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас