

Йыл һайын республикабыҙға башҡа илдәрҙән күп ҡунаҡтар килә. Уларҙы беҙҙең тәбиғәттең матурлығы ғына түгел, ә тыныс, ҡунаҡсыл, татыу халҡы ла йәлеп итә. Эйе, тап шулай! Борон-борондан башҡорт халҡы киң күңелле, ихлас, йомарт булған. Тыуған еремдең бормаланып-бормаланып аҡҡан йылғалары, зәңгәр күккә олғашҡан тауҙары ниндәй генә йырҙарҙа маҡталмай ҙа ниндәй генә легенда, риүәйәттәрҙә, әкиәттәрҙә һүрәтләнмәй.
Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим уны ҡайын япрағы менән сағыштырған бит. Урмандары ҡоштарға, йәнлектәргә, үҫемлектәргә бай. Уларҙы юғалтыуҙан һаҡлау өсөн ҡурсаулыҡтар асҡандар, ә иң һирәктәрен Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индергәндәр.
Йәмле йәй айҙарында үҙебеҙҙең тыуған яҡта күп итеп емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйҙым. Үҙ еремдең саф һауаһын һулап, матур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләндем генә.
Башҡортостаным – күп милләтле республика. Халыҡтары төрлө йолалы, ғөрөф-ғәҙәтле булһа ла, бер-береһе менән татыу, дуҫ йәшәйҙәр. Шуға ла донъялары гөрләп тора, эштәре уңа.
Тиҙҙән тыуған республикам тыуған көнөн билдәләй. Башҡортостаным артабан да үҫһен, сәскә атһын, тыныслыҡта гөрләп торһон, ә унда йәшәгән халыҡтар берҙәм һәм бәхетле булһын. Байрам менән, Башҡортостан!
Карина ҒИЗӘТУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазыбашҡорт гимназияһы.