+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
17 Октябрь 2021, 08:35

Бөгөн – Атайҙар көнө

Атайым – терәгем

Бөгөн – Атайҙар көнө
Бөгөн – Атайҙар көнө

Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!
                 (Ф.Рәхимғолова)

    Урамда осраған оло инәйҙәр "Һин кем ҡыҙы?" тип һораһа, шундай ғорурлыҡ менән: "Атайҙыҡы" – тим. Ә беләһегеҙме, кем ул минең атайым? Исеме – Камил, уға- 42 йәш. Сығышы менән Күлтабан яҡтарынан, әлеге көндә Һәмән ауылында йәшәйбеҙ. Алыҫ Себер тарафтарында ауыр техникалар машинисы булып эшләй. Эшен бик тә ярата, сөнки ул- техника кешеһе. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Трактор боҙолһонмо йәки башҡа төрлө техникамы, атайым "һә" тигәнсе йүнәтеп тә ҡуя. Бынан тыш, атайым төҙөүсе һөнәрен дә үҙләштерҙе. Үҙ ҡулдары менән ҙур итеп ике ҡатлы йорт һалды. Хатта бәләкәйерәк саҡта миңә лә ихатала бәләкәй генә өй эшләп биргәйне.
    Ул эштә саҡта беҙ ағайым менән бар йорт тирәһендәге эштәрҙә ярҙам итәбеҙ: ҡышын ҡар көрәйбеҙ, утын индерәбеҙ, мал аҫтын таҙалайбыҙ, йәйен баҡсаға һыу һибәбеҙ, малдарҙы ҡарайбыҙ.
Атайым- яҡшы ойоштороусы ла. Ял көндәрҽ беҙҙе Магнитогорск ҡалаһына Аквапаркка, Динопаркка ла алып барҙы. Ҡышын күмәкләшеп тау шыуһаҡ, йәйен Талҡаҫ күлендә һыу инәбеҙ.
Беҙҙең атай – донъялағы иң яҡшы кеше. Ул беҙҙе ямандан яҡшыны айырырға, изге кеше булырға өйрәтә. Үҙе дин юлында булғанға беҙҙе лә иманлы итеп тәрбиәләй, намаҙ уҡыу серҙәренә өйрәтә.
Йорттағы күп мәсьәләләрҙҽ атайым үҙе хәл итергә тырыша. Талапсан, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ күңелле атайым беҙгә терәк-таяныс. "Атайлы бала – арҡалы бала", ти бит халыҡ.  Мин атайымды бик-бик яратам һәм уның менән ғорурланам!

Камила МУРЗИНА.
Баймаҡ лицей-интернатының
V “А” синыфы уҡыусыһы.

 

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас