+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
28 Ноября 2021, 05:05

28 ноябрь – Әсә көнө

Беҙҙең ғаилә бик бәхетле,

28 ноябрь – Әсә көнө28 ноябрь – Әсә көнө
28 ноябрь – Әсә көнө

Татыу һәм матур йәшәй.
Беҙҙе ҡарап үҫтергәнгә
Ҙур рәхмәт һиңә, әсәй.
Әсәйле ғаиләлә генә
Татыулыҡ, бәхет була.
Әсәйҙәр булғанда ғына
Йортобоҙ нурға тула...

Һәр ғаилә әсәйҙән башланалыр, тип уйлайым. Уның наҙы, йылыһы, яғымлылығы беҙҙе тәүге көндәрҙән үк уратып ала. Минең әсәйем – иҫ киткес шәп кеше! Ҡәҙерлем донъялағы барлыҡ матурлыҡты үҙенә йый­ған, хискә бай. Шундай ярҙамсыл, талапсан, дөрөҫлөккә ынты­лыу­сан, һәр эште еренә еткереп башҡарыусан инде. Был әсәйемә хас сифаттар нәҫел ептәре аша миңә лә күскән. Өләсәйем һүҙҙәре лә быны дәлилләй: «Бигерәк әсәйеңә оҡшағанһың, улым».
Исеме лә матур уның – Вероника. Ул «еңеүгә әйҙәүсе» тигән мәғәнәне аса.
Әсәйем ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙең береһендә бер-береһен өҙөлөп һөйөүсе ике изге йәнгә ҙур шатлыҡ, оло бәхет, бүләк бул­ған ул! Күп балалы ғаиләлә иң олоһо булғас, бәләкәй саҡтан уҡ яратҡан ата-әсәһенә лә, үҙенән кеселәргә лә ярҙам итеп, эшһөйәр булып үҫә. Шуға үҙен бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа ҡур­ҡытмай, уларҙы һәр ваҡыт еңеп сығырға өйрәнгән.
Олатай-өләсәйемә оҡшап, әсәйем бәләкәйҙән үк китап уҡырға ярата. «Күп уҡыған – күп белгән!» – ти ул. Ошо тормош девизы менән балаларға булған һөйөүе уҡытыу­сы һөнәрен һайлата, ул урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Бар күңелен биреп, балаларға белем орлоҡтарын сәсә. Район мә­ғариф бүлегендә телдәр буйынса методист булып та оҙаҡ йылдар эшләп өлгөрҙө. Әлеге көн­дә мәктәбебеҙҙә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре бу­йынса урынбаҫары булып эшләй.
Әсәй алмас менән сигергә өйрәнеп алған. Төрлө-төрлө һоҡланғыс, сағыу картиналар килеп сыға. «Матурлыҡты бала саҡтан уҡ яратам, шуға күрә бөтә ерҙә лә уны күрергә һәм булдырырға тырышам», – ти әсәйем үҙенең был шөғөлө хаҡында.
Беҙҙең нурлы өйөбөҙгә кем генә килһә лә, ҡәҙерлем уны һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, телеңде йоторлоҡ тәм­лекәстәре менән һыйлай. Ҡунаҡсыл булыуы, аш-һыуға оҫталығы уға өләсәйемдән күскән.
Аҡыл эше күп көс һәм энергия талап итә. Атайым, ҡустым һәм мин быны бик яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ла ял ваҡыттарын ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында үткәрергә тырышабыҙ. Унда бик күңелле ял итәбеҙ – төрлө спорт уйындары беҙҙе берләштерә һәм һаулыҡты нығыта. Йылдың һәр миҙгеленә татыу ғаиләбеҙҙең яратҡан шөғөлдәре бар: йәйен балыҡ тотабыҙ, ҡышын саңғыла йөрөйбөҙ.
Ҡайһы саҡта аптырап та ҡуям, нисек әсәйем барыһы­на ла өлгөрә икән?! Ваҡыт­тың ҡәҙерен белә, шуғалыр инде.
Әлбиттә, аңлайым: уң­ған­лығы, тырышлығы, сәмлелеге уны бер ваҡытта ла ҡыйын хәлдә ҡалдырмай.
Мин әсәйемде ныҡ яратам. Ул – беҙҙең өйҙөң йәме!

Ирек ДӘҮЛӘТОВ,
IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Саҡмағош районы, Саҡмағоштағы
1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас