+31 °С
Облачно
VKOKМакс
Иҫтәлекле көндәр
28 Ноября 2021, 08:20

Изге теләктәр теләйбеҙ

Интернет селтәренә күҙ һалһаң, ниндәй генә байрамдар юҡ хәҙер.

Изге теләктәр теләйбеҙИзге теләктәр теләйбеҙ
Изге теләктәр теләйбеҙ

Ә шулай ҙа үҙебеҙҙең күңелгә ятҡан, ысын күңелдән көтөп алған иҫтәлекле көндәрҙең береһе – Әсә көнө.
Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, 1998 йылдың 30 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының Президенты Борис Ельцин ҡарары менән билдәләнә башлай. Хәҙер ул көн йыл һайын ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә.

Азамат ҠАРАҒОЛОВ:
– Был көндө ғәзиз әсәйҙәргә изге теләктәр теләйбеҙ. Мин дә иң ҡәҙерле кешемде ҡотлайым һәм уға арнап яҙған шиғырымды һөйләп ишеттерәм. Әлбиттә, табын әҙерләшергә лә ярҙам итәм.
Минең әсәйем Рәзилә Сәғәҙәт ҡыҙы 1974 йылдың 18 мартында Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Әлеге ваҡытта ул хат ташыусы булып эшләй. Әсәйемдең бер ҡасан да ауырымауын, һыҙланмауын, шат-көләс булыуын теләйем.
Фирүзә САЛАУАТОВА:
– Әсә көнө – иң нәзәкәтле матур байрам. Был көндө ҡәҙерлебеҙҙе ҡотлап, өйҙә һеңлем, ҡустым, атайым менән бәләкәй генә булһа ла бүләк әҙерләйбеҙ.
Әсәйем Нәсимә Сабир ҡыҙы 1978 йылдың 6 июлендә Байғаҙы ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Байназар мәктәбендә уҡытыусы булып башлаған. Әлеге көндә тарих дәресен алып бара, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙы музыка серҙәренә лә өйрәтә. Үҙен мәктәптә хөрмәт итәләр. Мин дә уны бик ныҡ яратам һәм ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым.
Ҡәҙриә САЛАУАТОВА:
– Был байрамды түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Әсәйем менән бергәләп тәмле бәлештәр бешереп, ғаилә менән сәй эсәбеҙ. Минең ҡәҙерлем Мәҙинә Ғилфан ҡыҙы Брәтәк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк иткән. Мин әсәйемде байрам менән ҡотлайым. Уға һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйем.

***

Ә минең әсәйемдең исеме – Нәзифә. Ул бар яҡтан да уңған. Күберәк бешеренергә, ҡул эштәре менән булышырға ярата. Берәй ергә китһә йәки өйҙә булмаһа, шул тиклем күңелһеҙ, донъя йәмһеҙ кеүек тойола. Ә ул ҡайтып инһә, йортобоҙ балҡып киткәндәй.

Әсәй... Ниндәй бөйөк, яғымлы, йомшаҡ һәм күңелгә яҡын һүҙ. Ул беҙҙе яратып, арҡабыҙҙан һөйөп, башыбыҙҙан һыйпап, ҡарап ҡына үҫтерә, бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәй. Әсәйҙәр берәү генә, әйҙәгеҙ, уларҙың ҡәҙерен беләйек.

Вәсилә ӘЙҮПОВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас