+24 °С
Ясно
VKOKМакс
Иҫтәлекле көндәр
23 Декабря 2021, 04:51

Ғабдулла Амантайҙың тыуыуына - 114 йыл

Башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы, фольклорсы Ғабдулла Амантай - ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә шиғриәттә лә, фәндә лә, йәмәғәт эшендә лә үҙенең яҡты эҙен ҡалдырған шәхес.

Ғабдулла Амантайҙың тыуыуына - 114 йылҒабдулла Амантайҙың тыуыуына - 114 йыл
Ғабдулла Амантайҙың тыуыуына - 114 йыл

Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаев (Ғабдулла Амантай) 1907 йылдың 23 декабрендә Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы Үрге Ҡунаҡбай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемен үҙҙәренең йортонда һәм ауыл мәҙрәсәһендә ала. Бик йәшләй ул урыҫ телен өйрәнә. Атаһы ярҙамында тиҙҙән татар, урыҫ яҙыусыларының әҫәрҙәрен мауығып уҡый башлай. 1920 йылда ул комсомол сафына инә, ә инде 1921 йылда комсомолдың Туҡсоран кантон комитеты секретары итеп һайлана. Унан белемен артабан камиллаштырыу маҡсатында уҡырға инеп, Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Был осорҙа ул һаман да комсомол эштәрендә әүҙем ҡатнаша, бер үк ваҡытта Ырымбур комсомолында ваҡ милләттәр бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

СССР яҙыусылар съезы делегаты. 1924 йылдан — Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы.Арғаяш кантонында комсомол секретары булып эшләй. Ленинград Тарих, филология һәм лингвистика институтында уҡый.1926—1928 йылдарҙа — "Йәш юҡһыл", "Башҡортостан йәштәре" гәзиттәренең мөхәррире.1928—1931 йылдарҙа Ленинградта Тарих, философия һәм лингвистика институтының көнсығыш телдәре факультетында уҡый. Институтты уңышлы тамамлағандан һуң, аспирантураға ҡалдыралар.1933 йылда аспирантураны тамамлағас, Башҡортостанға эшкә ҡайта.1933 йылдан 1937 йылға тиклем - Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт әҙәбиәте кафедраһы доценты. Яҙыусылар союзының эшендә әүҙем ҡатнаша.

Ғабдулла Амантайҙың әҙәбиәт менән шөғөлләнә башлауы заманында әҙәбиәт, матбуғат, сәнғәт эштәренең торошо менән дан алған Ырымбур ҡалаһына килеүенә тығыҙ бәйләнгән. «Беҙ» тигән тәүге шиғыры 1921 йылда «Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыға. Шунан һуң уның шиғырҙары матбуғат биттәрендә йыш ҡына күренә башлай. 

Ғабдулла Амантай башҡорт әҙәбиәтендә тәү сиратта балалар яҙыусыһы булараҡ күренекле урын тота. «Бәләкәй дуҫтарға», «Тырыш Вәли», «һыу буйында», «Сынаяҡ», «Ала ҡарға әкиәте», «Порт хайуандары» кеүек китаптары мәктәп йәшендәге уҡыусылар араһында киң тарала.

Яҙыусы әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә эшләй. Башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр яҙа.Башҡорт фольклорын фәнни өйрәнеү эше менән шөғөлләнә.

Уның «Фольклорҙың синфи характеры», «Фольклорҙың әһәмиәте», «Фольклор һәм әҙәби тел», «Фольклор һәм художество әҙәбиәте», «Башҡорт фольклорындағы жанрҙар», «Башҡорт мәҡәлдәре тураһында» тигән ғилми хеҙмәттәре әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Әҙәбиәт уҡыусыларына уның «Йылдар үткәндә» тигән пьеса яҙыуы ла яҡшы билдәле.

Ҡыҫҡа ғына ижади ғүмерендә Ғабдулла Амантай поэзия, балалар әҙәбиәте, әҙәби тәнҡит, фольклористика өлкәһендә файҙалы мираҫ ҡалдыра. Башҡортса һүҙлек, дәреслектәр төҙөй. Башҡорт филология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Фәнни эштәре башҡорт фольклорын, әҙәбиәтен өйрәнеүгә арналған. Ғабдулла Амантайҙың ғүмере аяныслы өҙөлөп ҡала. Ул - 1937 йылғы сәйәси золом ҡорбаны, 1957 йылда аҡланған.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас