+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
12 Февраля 2022, 04:10

Бөгөн - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө

92 йыл элек тап 12 февраль көндө гәзитебеҙҙең «Йәш төҙөүсе» исеме менән тәүге һаны донъя күрә. 

Бөгөн  - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнөБөгөн  - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө
Бөгөн - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө

Уны Хәй Мөхәмәтйәров  мөхәррирләй. Яңы гәзиттә  Ғәриф Ғүмәр, Мәлих Харис, Рәшит Ниғмәти, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Сәғит Агиш һәм башҡалар әүҙем авторҙар була. Муса Ғәли, Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова һәм башҡа күп әҙиптәр сынығыуҙы тап «Йәш төҙөүсе»лә ала.

1931 йылда уҡ 10 000-дән ашыу дана тираж йыйыуға өлгәшкән баҫма Башҡорт АССР-ының мәғариф өлкәһендә оло ярҙамсыға, тәрбиәсегә әйләнә.Артабан тиражын 20 мең данаға тиклем күтәреүгә өлгәшкән гәзит, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, сығыуҙан туҡтай һәм 1941—1958 йылдарҙа нәшер ителмәй тора. 

Һуғыш йылдары үтеп, тормош бер аҙ яйлана, ил аяҡҡа баҫа башлағас, яңы быуын тәрбиәләүҙә "Йәш төҙөүсе"не тергеҙеү көнүҙәк мәсьәлә итеп ҡуйыла. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите 1959 йылда «Башҡортостан пионеры» исеме менән яңынан донъя күрә башлай. Мәргән, Ишғәле менән Ҡушғәле, аҙағыраҡ Гөлниса исемле үҙенсәлекле геройҙары барлыҡҡа килә. «Башҡортостан пионеры»ның үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Уны уҡып буй еткергән балаларҙың байтағы күптәре аҙаҡ дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, журналистар, ғалимдар һәм башҡа төрлө белгестәр булып танылды.

Гәзит 1991 йылдан «Йәншишмә» исеме менән сыға. 2003 йылдан гәзит төҫлө итеп баҫыла.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас