+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
14 Февраль 2022, 09:05

Бөгөн - Ғашиҡтар көнө

Йыл һайын 14 февралде бөтә донъяла Ғашиҡтар көнө итеп билдәләү матур йолаға әүерелде. Бынан хатта мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалмай. Улар төрлө бүләктәр әҙерләй,валентинкалар яһай, мөхәббәт тураһында шиғырҙар ятлай, кисәләр уҙғара. 

Бөгөн - Ғашиҡтар көнө
Бөгөн - Ғашиҡтар көнө

Йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр генә түгел, ғаилә ҡорған парҙар ҙа көтөп ала был көндө.Үҙенсәлекле байрам кисенә бар йөрәк йылыһы һалынып тәм-томдар бешерелә, ғаилә табыны әҙерләнә. Йөрәк түрендә ятҡан иң изге хистәреңде, яратыуыңды шулай һөйгән йәреңә белдереү шәп, әлбиттә. Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов әйткәнсә, "Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт".  Ысынлап та, мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгелдер. Әйҙәгеҙ, көнөбөҙҙөң хозурлығын күрергә, бер-беребеҙҙе ихтирам итергә, ҡәҙерләргә, яратырға өйрәнәйек, һөйөп һәм һөйөлөп йәшәйек!

 

Фото:https://yandex.ru/images/search?fromө

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: