+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
25 Февраль 2022, 09:35

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө

25 февраль - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө. Ул 1992 йылдың тап ошо көнөндә "Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһында"ғы Законы менән раҫланған. Авторҙары — Ольга Асабина һәм Урал Мәсәлимов.

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө
Бөгөн - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө

Флаг - дәүләт гербы һәм дәүләт гимны менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының дәүләт символы булып һанала. Ул өс төҫтән тора. Уның төҫтәре һәм эмблемаһы билдәле бер символик мәғәнәгә эйә. Аҡ һыҙаттың уртаһында түңәрәк эмблема һүрәтләнгән, уның эсенә стилләштерелгән ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ — республика халыҡтарының аңлайышлы, изге һәм саф ниәттәрен; аҡ — тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙы; йәшел — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелеген кәүҙәләндерә; ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билгеһе, уның ете тажы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы символлаштыра. 

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: