+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
1 Март 2022, 09:20

Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө

Яҙҙың тәүге көнөндә билдәләнгән был милли байрамда бары тик изге теләктәр генә теләйһе килә. Башҡорт ғаиләләре артып торһон, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, татыулыҡта, именлектә ғүмер кисерергә насип булһын! Һәр бер йортто сабыйҙарҙың бәхетле шат тауыштары биҙәһен!

Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө
Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө

Ғаилә - ул усаҡ , йылылыҡ , яҡтылыҡ ;

Ғаилә - ул дуҫлыҡ , татыулыҡ , яҡшылыҡ ;

Ғаилә - ул шатлыҡ , берҙәмлек , туғанлыҡ ;

Ғаилә - ул хеҙмәт , уңғанлыҡ , булғанлыҡ;

Ғаилә - ул байлыҡ , муллыҡ һәм бәрәкәт;

Ғаилә - ул табышмаҡ , борсоу һәм мәшәҡәт;

Ғаилә - ул бәхет , хыял һәм мөхәббәт;

Ғаилә - ул йәшәйеш , шәфҡәт һәм мәрхәмәт;

Ғаилә - ул бәлә , беренсе аҙымдар;

Ғаилә - ул байрам , күңелле сығымдар;

Ғаилә - ул тормош, үпкә һәм талаштар;

Ғаилә - ул бер фән , күп төрлө ҡараштар;

Ғаилә - ул бөтөнлөк , тигеҙлек һәм хөрлөк;

Ғаилә ныҡ була , ныҡ булһа тик ерлек.

Фотола"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022" бәйгеһендә Гран-при яулаусы Күгәрсен районынан Хөснуллиндар ғаиләһе.

Фото:https://yandex.ru/images/search?tex

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: