+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
10 Март 2022, 11:10

Бөгөн - Рәсәй архивтары көнө

Архивтар илдең документаль тарихын, кеше яҙмыштары тарихын һаҡлай. Рәсәй архивсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын 1720 йылдан алып билдәләй.  

Бөгөн - Рәсәй архивтары көнө
Бөгөн - Рәсәй архивтары көнө

Башҡортостанда тәүге архив 1918 йылда ойошторола. Уға тиклем документтарҙы йыйыу һәм уларҙы һаҡлау менән Ырымбур һәм Өфө губерна ғилми архив комиссиялары, Өфө губерна музейы, земство һәм статистика органдары, Өфө епархияһы, Ырымбур дини мосолман йыйылышы шөғөлләнә.

Архив материалдарына тикшеренеүсе ғалимдар, аспиранттар, студенттар, шулай уҡ тарихты яратыусылар, тамырҙары, туғандарының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһыныусылар, тарихи документтарҙы тергеҙергә теләүселәр мөрәжәғәт итә. 

Фото:https://yandex.ru/images/search?tex

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: